icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Рекламный баннер 990x90px top

Юбилейың менән, яратҡан ҡалабыҙ! -

16:48 04.04.2026 16+
Юбилейың менән, яратҡан ҡалабыҙ! -
С юбилеем, любимый город!

Октябрьский – аҡ ҡала

Элек бында бары булған
Ҡола ялан, сал дала.
Ә хәҙер ҡара ла һоҡлан:
Балҡый бында бер ҡала!

Шайтан яланы аҫтында
Тапҡандар ҡара алтын.
Һәм әйткәндәр: ошо ерҙә
Аҡ ҡала сәскә атһын!

Ул – гүзәл Башҡортостандың
Көнбайыш ҡапҡалары.
Ыҡтың нәфис аҫыл ҡашы
Мәңгегә балҡыр әле!

Һикһән йәшен туйлаһа ла,
Һаман йәш ошо ҡала –
Һәр яңы быуыны бында
Үҙенсә эҙен һала...

Нарыштауҙың итәгендә
Ете елдәге ҡала –
Беҙҙең күңелдәрҙә һәр саҡ
Иң матур булып ҡала!

М. М. Солтанов
#Октябрьский80
657

Оставить сообщение: