icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Рекламный баннер 990x90px top

Юбилейың менән, яратҡан ҡалабыҙ! -

15:19 04.04.2026 16+
Юбилейың менән, яратҡан ҡалабыҙ! -
С юбилеем, любимый город!

Октябрьский - ул мәңгелек яҙ!

Ыҡ буйының уң ярында,
Йәшел шәлгә төрөнөп,
Матур ҡала үҫеп килә,
Яҡты көнгә һөйөнөп.
Сәскәләргә күмелеп.

Йылы еле һыйпай битте,
Ал ҡояшы наҙлай йөрәкте,
Һаҡлайыҡсы, дуҫтар, мәңге-мәңге,
Хоҙай биргән ошо бүләкте.
Ергә төшкән ошо ожмахты.

Нарыш тауы нигеҙендә һаҡлай,
Бик ҙур байлыҡ – ҡара алтынды,
Ҡара алтын – алтын ҡала,
Республикала ул алдынғы!
Алғы көнө уның данлыҡлы!

Октябрь – ул йылдың көҙө,
Һары алтын ергә төшкән саҡ....
Октябрьский ул мәңгелек яҙ!
Сәскә булып һәр саҡ атасаҡ!
Ҡара алтын ерҙә ағасаҡ!

З. С. Әхмәҙиева
#Октябрьский80
780

Оставить сообщение: